Индивидуаль эштәр

1. Алмаш.

Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙ. Алмаштарҙы билдәлә.

Майҙа ҡ...р бөтөнләй иреп бөттө. К...ндәр матурлана барҙы. Оҙаҡламай үл...ндәр йә-шәрҙе, ағ...стар япраҡ ярҙы. Бөтә ер йә-шеллеккә күмелде. М...ктәп баҡсаһында сирень һәм алм...ғастар с...скә атты. Улар-ға бал ҡорттары ҡуна. Беҙ урамда уйн..й-быҙ.

Алмаштарҙы тап.

Беҙ ҡалала йәшәйбеҙ. Беҙҙең йорт туғыҙ ҡатлы. Улар быйыл фатирҙарын ремонтланылар. Мин кисә ағайыма хат яҙҙым. Һине кисә эҙләнем, таба алманым. Ул бөгөн беҙгә килә. Һеҙҙҙе ҡунаҡҡа саҡырам.

 

 

Йәйәләрҙе асып, нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙ.

(Мин) ғаиләлә беренсе ... . (Мин) ..., ... бар.

Әсәйемдең һеңлеһе (мин) ... була. Әсәйемдең атаһына (беҙ) ... тип әйтәбеҙ. Апайымдың ире (мин) ... була. (Мин) ... Өфөлә йәшәй. Ул ... . (Ул) ҡатыны ... . (Ул) ... киләләр. ... (улар) яратам.

Белешмә өсөн һүҙҙәр:атай, беҙгә, бала, әсәй, ҡусты, һеңле, еҙнә, олатай, өләсәй, апай, инженер, уҡытыусы, ағайым, мин.

 

Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙ. Алмаштарҙы тап.

Мин ... синыфта уҡыйым. Беҙ ... уҡыйбыҙ. Дәрестәр сәғәт ... башла-на. Беҙ ... өйрәнәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ

беҙҙе хәреф танырға, ... өйрәтте. Күрше ҡыҙы Оксана ла беҙҙең ... уҡый.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: башҡорт телен, бишенсе, төштән һуң, туғыҙҙа, менән, уҡырға.

 

 

Алмаштарҙы килештә төрләндер.

Мин, беҙ, ул.

 

 

Алмаштарҙы килештә төрләндер.

Һин, һеҙ, улар.

 

Ҡабатланып килгән исемде алмаш менән алыштырып яҙ.

Әсәйем бик иртә тора. Әсәйем бик күп эштәр белә. Әсәйем тегә, бәйләй, ашарға бешерә. Әсәйем – уҡытыусы. Әсәйем балаларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтә. Әсәйем – бик һәйбәт кеше.

 

 

Тейешле алмаштарҙы ҡуйып яҙ.

... менән килдең? ... бараһың? ... килдең? Әсәйеңдәр ... китте?

... уҡыйһың? Атайың ... ҡайта? Мәктәптән ... ҡайтаһың? Һин ... менән ҡайтаһың? Һин ... партала ултыраһың?

 

Күрһәтеү алмаштары менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Был, шул, теге, ошо.

 

Күрһәтеү алмаштары менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Былар, тегеләр, шулар.

 

Билдәһеҙлек алмаштарынан билдәләү алмаштары яһағыҙ, һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Әллә кем, әллә нимә, әллә ниндәй, әллә ҡайҙа, әллә нисек, әллә ҡасан.

 

Һорау алмаштарынан билдәһеҙлек алмаштары яһағыҙ, һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Кем, нимә, ниндәй, ҡайҙа, ҡайҙан, нисек, ҡасан.

 

 

 

 

Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙ. Алмаштарҙы билдәлә.

Майҙа ҡ...р бөтөнләй иреп бөттө. К...ндәр матурлана барҙы. Оҙаҡламай үл...ндәр йәшәрҙе, ағ...стар япраҡ ярҙы. Бөтә ер йә-шеллеккә күмелде. М...ктәп баҡсаһында сирень һәм алм...ғастар с...скә атты. Уларға бал ҡорттары ҡуна. Беҙ урамда уйн..йбыҙ.

 

 

2. Исем.

 

Килеш ялғауҙары өҫтәп яҙығыҙ.

Марат мәктәп... китте. Юл... уға Ринат осраны. Ҡаршы ҡойма башы... ҡара бесәй һикереп төштө. Малайҙар бесәй... ҡурҡманылар. Улар бесәй... икмәк бирҙеләр ҙә дәрес... йүгерҙеләр.

 

Кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙ.

Декабрь, ғинуар, февраль -... айҙары.

Көҙ көнө ... ямғыр яуа. Йәй көнө ... ҡыҙҙыра. Яҙ көнө ҡоштар ... яҡтан ҡайталар. Көҙ килгәс, ... уҡырға киләләр.

 

 

Күплек ялғауҙары өҫтәп яҙ.

Бабай, әсәй, ағай, өләсәй, ейән, әтәс, йәй, ҡәләм, сәскә, һауыт, икмәк, уҡыу, көҙ, һөйләм, ҡала.

 

 

Күплек ялғауҙары өҫтәп яҙ.

Әбей, атай, апай, олатай, ейәнсәр, һаумы, ҡара, урам, дәфтәр, мәктәп, һөйләшәү, дәрес, алма, тау, кәмә.

 

Исемдәрҙе төркөмдәргә бүлеп яҙ.

а) Аҙыҡ-түлек:

б) Кейем-һалым:

в) Йорт йыһаҙы:

Пальто, ит, банан, итек, эшләпә, күлдәк, карауат, өҫтәл, туфли, шәкәр, тоҙ, яулыҡ, сыр, шкаф, бүрек, ултырғыс, ҡаймаҡ, быйма, диван.

 

 

Күплек һандағы исемдәрҙе яҙып ал.

Яуа ҡарҙар – аҡ йондоҙҙар,

Яңы йылда – яңы ҡарҙар,

Аҡ мамыҡҡа төрөнә

Киң яландар, урман, ҡырҙар...

Яңы йылда яуған ҡарҙар

Алып килһен яңы йырҙар,

Яңы өмөт, яңы бәхет,

Яҡты хыял, яҡты уйҙар.

 

 

Нөктәләр урынына урын-ваҡыт килеше ялғауҙарын ҡуйып яҙығыҙ.

Урман... йәшәй, мәктәп... уҡыу, лагер... булдым, Өфө... була, Гөлнур... булдым, китапхана... ултырҙым, уҡытыусы... булдым, машина... барҙым.

 

 

Исемдәрҙең килешен билдәләгеҙ.

Мин мәктәпкә барҙым. Һин театрға барҙың. Ул музейға барҙы. Айнур ҡалаға китте. Роза менән Ләйлә ашханала булдылар. Улар ҡаланан ҡайтты. Дуҫыңа хат яҙҙыңмы?

 

Исемдәрҙең килешен билдәләгеҙ.

Ағиҙел аръяғынан болот күтәрелде. Ул ҡояшты ҡапланы. Болоттар ҡуйыра башланы. Ел иҫте. Ямғыр яуа башланы. Бер аҙҙан ямғыр туҡтаны. Ҡояш күренде.

 

 

Һәҙҙәрҙе төшөм килештә төрләндереп яҙ.

Күрше, ҡала, самолёт, карта, кино, мәктәп, әкиәт, байрам, туған, ойоҡ.

Ҡарһылыу һүҙендә бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөп яҙығыҙ.

Сығанаҡ килештә төрләндереп яҙ.

Урам, китап, өләсәй, малай, уҡы-тыусы, журнал, ағас, ер, баҡса.

 

 

Исемдәрҙе төркөмдәргә бүлеп яҙ.

а) Аҙыҡ-түлек:

б) Кейем-һалым:

в) Йорт йыһаҙы:

Пальто, ит, банан, итек, эшләпә, күлдәк, карауат, өҫтәл, туфли, шәкәр, тоҙ, яулыҡ, сыр, шкаф, бүрек, ултырғыс, ҡаймаҡ, быйма, диван.

 

 

3. Ҡылым

Тексты уҡығыҙ.Ҡылымдарҙы табығыҙ.

 

Һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә йөрө. Йыуын, тешеңде таҙарт, сәсеңде тара, өҫ һәм аяҡ кейемдәреңде таҙа тот. Ололарға юл һәм урын бир. Ауырыу һәм зәғиф кешеләргә ярҙам ит.

Бирелгән ҡылымдарҙы затта һәм һанда үҙгәртеп яҙ.

 

Әйтә, һөйләй, бара, килмәй, ашай, яҙмай, тыңламай, бейей, йөрөй, йырлай, эшләмәй, һорамай.

 

Күп нөктәләр урынына кәрәкле ҡылымдар-ҙы ҡуйып яҙығыҙ.

Эт ..., бесәй ..., ат ..., тауыҡ ..., әтәс ..., кәкүк ..., бүре...

Белешмә өсөн һүҙҙәр: кешнәй, кыткылдай, мыяулай, олой, саҡыра, өрә, ҡысҡыра.

 

 

Һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ, ҡылымдарҙы билдәләгеҙ.

Йәшәй, ауылда, өләсәһе, Зиләнең.

Дуҫтары, Зиләнең, бар, ауылда.

Бик күңелле, дуҫтарҙың, йәйге, үтте, каникулы.

 

Йәйәләрҙе асып күсереп яҙ.

Илдус соҡорҙо ырғып сыҡты(ла) шәп-шәп атлап китеп(тә) барҙы. Күл үҙенең эсенә алып инеп китә(лә) сығармай(ҙа) ҡуя. Бәлки, ул(да) мине шулай иҫкә төшөрә торғандыр.

 

 

Һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ, ҡылымдарҙы билдәләгеҙ.

Әсәйемде, яратам, мин. Һәр ваҡыт, тырышам, ярҙам итергә, әсәйемә. Ҡәҙерле, минең өсөн, әсәйем, кеше.

 

Мәғәнәһе яғынан тура килгән ҡылымдарҙы ҡуйып яҙығыҙ.

Һағынып көткән көндәр (килеп, ятып) етте. Күктән, алһыу нурын һибеп, ҡояш (илай, көлә). Һәр ерҙә тамсы (тама, ҡаса). Яҙ еле ҡарҙы (ашай, һура). Урыны-урыны менән ҡар һыуы (йәйелә, йыйыла). Яҙ килеүгә шатланып, ҡоштар ҙа сут-сут (ҡысҡыралар, һайрайҙар).

Күп нөктәләр урынына кәрәкле ҡылымдарҙы ҡуйып яҙығыҙ.

Бына ҡыш ... .Бурандар ... . Аҡ мамыҡ булып йомшаҡ ҡар ... . Бөтә тирә-яҡ ап-аҡ ҡар менән ... . Йылгаларҙа, күл-дәрҙә ҡалын боҙ ҡатламы ... .Балалар тауҙан санала, саңғыла ... . Боҙҙа коньки менән ... .

Белешмә өсөн һүҙҙәр: яуҙы, түшәлде, башланды, ҡапланды, килде, йәйелде, барлыҡҡа килде, шыуалар, йүгерәләр, йөрөйҙәр, туңды.

 

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп төҙөп яҙығыҙ.

Быйыл килде матур көҙ. Ҡояшлы беҙ көндә барҙыҡ урманға. Йыйҙыҡ төрлө төҫтәге япраҡтар. Иртәгә уйнарбыҙ беҙ баскетбол.

 

Ҡылымдарҙы билдәлә.

Һибелә таңдарҙа

Ҡояштың нурҙары,

Хылдар оса юғары.

Талпынышып йырлайбыҙ,

Тыуған илде ҙурлайбыҙ.

 

4. Сифат.

 

Исемдәргә сифаттар өҫтәп яҙырға.

Урман, ағас, япраҡ, ямғыр, көн, ел, трактор.

 

Исемдәргә сифаттар өҫтәп яҙырға.

... көн, ... уҡыусы, ... һүҙ, ... тупраҡ, ... күлдәк.

 

 

Сифаттарға антонимдар һайлап алып яҙырға

  • һәйбәт-...
  • ҡалын-...
  • эҫе-...
  • ауырыу-...
  • ҡаты-...

 

 

Сифаттарҙы табығыҙ.

Шаулап үҫә мәғрур урмандарың,

Тук башаҡлы иркен ҡырҙарың.

Данлы илем, гүзәл республикам,

Бүләк булһын һиңә йырҙарым.

 

Һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөргә.

 

Күп нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып һөйләмдәрҙе яҙырға.

Ильяс бөгөн телевизорҙан ... йәнһүрәт ҡараны. Йәнһүрәт ... бал ҡорто тураһында. Бал ҡорто ... болонда оса, ... сәскәләргә ҡуна, ... нектар йыя. Бҡортоноң береһенән-береһе ... дуҫтары бар. Ул дуҫтары менән бергә ... ауырлыҡтарҙы еңә.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: йәшел, бик ҡыҙыҡ, ярҙамсыл, иң матур, төрлө, эшсән, татлы.

 

 

Һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып, яҙғы урман тураһында хикәйә төҙөгөҙ.

Йылы яҙ, зәңгәр һауа, май ҡояшы, зифа ҡайындар, йәшел япраҡ, ҡош тауыштары, оя ҡороу, ҙур булмаған аҡлан, ынйы сәскәләре, һары бәпембәләр, япраҡ яра.

 

 

 

Текстан сифаттарҙы табығыҙ. Эйә менән хәбәрҙе билдәләгеҙ.

Һалҡын көндәр башланды. Ҡоштар йылы яҡҡа осто. Ағас япраҡтары һарғайҙы. Ер өҫтөн һары япраҡтар ҡаплап алды. Таң менән ҡырау тө-шә. Ҡояшты ҡалын болот ҡаплай.

Алтын көҙ килде.

 

 

 

Йыуаш, еңел, һоро һүҙҙәрен төрлө дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.

 

 

Сифаттарҙы аҙһытыу дәрәжәһенә ҡуйығыҙ.

  • зәңгәр-...
  • ал-...
  • күк-...
  • аҡ-...

 

Текстан сифаттарҙы табығыҙ. Эйә менән хәбәрҙе билдәләгеҙ.

 

Һалҡын көндәр башланды. Ҡоштар йылы яҡҡа осто. Ағас япраҡтары һарғайҙы. Ер өҫтөн һары япраҡтар ҡаплап алды. Таң менән ҡырау төшә. Ҡояшты ҡалын болот ҡаплай. Алтын көҙ килде.