6-сы класс Башҡорт теле.

Тема : Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Маҡсат :

  • Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән яҡындан таныштырыу;
  • улар менән ғорурланыу тойғоһо уятыу һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;
  • уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;

Йыһазландырыу: Башҡортостандың физик картаһы, слайдтар, мөғжизәләрҙең фотоһүрәтмәләре.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Хәйерле көн!

(Шиғыр юлдары менән дәресте асып ебәреү. Психологик момент.)

Һаумы, ҡояш!

Һаумы,зәңгәр һауа!

Һаумы, ғәзиз ерем!

Һаумы, тыуған илем!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

( Уҡытыусы шиғыр юлдры менән дресте башлап ебәрә.ҡурай музыкаһы уйнай):

Минең илемдә

Йылғалар күлдәр,

Матур баҡсалар,

Хуш еҫле гөлдәр.

Минең илемдә

Сикһеҙ урмандар,

Алтын, көмөшлө

Бик күп ҙур тауҙар.

- Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ барҙы?

- Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- Эйе, уҡыусылар, бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығасаҡбыҙ.

Инеш өлөш.

Әйҙәгеҙ дәфтәргә бөгөнгө дата һәм теманы яҙайыҡ.

Һигеҙенсе ноябрь.

Кесаҙна.

Класс эше.

- Беҙҙе сәйәхәткә тоғро юлдашыбыҙ, бал ҡорто алып сығасаҡ. Әйҙәгеҙ уны саҡырайыҡ. Бал ҡорто ниндәй тауыш сығара? Ул нисек оса? Беҙ ҙә шундай хәрәкәттәр эшләйек.

Артикуляцион күнегеү.

Тылсымлы бал ҡорто беҙгә төрлө эш төрҙәре алып килгән. Шул биремдәрҙе үтәһәк ул беҙҙе тейешле урынға алып барып еткерәсәк.

1-се бирем. Ҡәҙерле уҡыусылар мин таҡтаға ошо һүрәтте эләм, беҙ дәрес аҙағында уның нимә аңлатҡанын белербеҙ. (Ҡояш һүрәте)

Ә хәҙер сәйәхәткә ҡуҙғалабыҡ. Билдәле урынға барып етер өсөн өй эштәрен тикшереп алыйҡ. Өйҙә нимә әҙәерләп килдеғеҙ?

Мәҡәлдәр уҡыу. Бер оҡшаған мәҡәлде дәфтәргә яҙыу.

Уҡытыусы. Сәйәхәткә юланыр алдынан ,әйҙәгеҙ юлда осраясаҡ яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән танышайыҡ.

3. Һүҙлек эше: слайд

  • Уҡыусылар, һеҙгә ниндәй һүҙҙәр таныш?
  • Был һүҙҙәр менән һүҙбәләнештәр, һөйләмдәр төҙөп ҡарау.
  • Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, көн исемен, теманы яҙып ҡуйыу.
  • 4. Төп өлөш.

Уҡытыусы. Ә хәҙер ручкаларҙы һалып торайыҡ та , Башҡортостандың мөғжизәләрен эҙләп, сәйәхәткә юлланайыҡ.Ҡайҙарға алып барыр икән беҙҙе бал ҡорто? (бал ҡорто осҡан тауыш сығаралар).

Уҡыусылар, нимә күренә унда?(алда Салауат Юлаев һәйкәле күренә). Был ни мөғжизә?

 

 

  • Уҡыусылар яуап бирә: был Салауат Юлаев һәйкәле.

Уҡыусылар үҙҙҙәренең белгәндәре тураһында һөйләп бирәләр.

Уҡытыусы һығымта яһап ҡуя: Скульптор С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.

Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.

Бына беренсе мөғжизәне лә таптыҡ. Дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.

Салауат Юлаев һәйкәле.

Уҡытыусы. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. (тағы ла ат сабыуы тауышы ишетелә).

 

2-се биремде үтәү.Сәйәхәтебеҙ республикабыҙҙың төньяҡ – көнсығышына йүнәлә. Алда ниндәйҙер тау күренә. Был ниндәй тау икән? Слайдтар.

 

Яуап: Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы (картала урыны күрһәтелә).

  • Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?

Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла. Икенсе мөғжизәбеҙ - Янғантау. Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйыу.

 

Уҡытыусы. Тағы ла юлды дауам итеү өсөн дәрәслектәге һорауҙарға яуап бирәйек. Был биремде лә үтәнек. Күҙҙәрҙе йомоп бал ҡорто менән осабыҙ. Күҙҙәрҙе асайыҡ. Беҙ ҡайҙа килгәнбеҙ?

Аҡбуҙатыбыҙ беҙҙе Ғафури районына алып килгән. Бында ниндәй мөғжизә бар икән? (Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы ишетелә.)

  • Уҡыусылар яуап бирәләр.

 

Уҡытыусы. Эйе, был Красноусол минерал һыуҙары. Улар нимә менән дан тота?

  • Уҡыусылар яуап бирә.

Уҡытыусы дөйөмләштереп ҡуя: был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.

Тимәк , тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Өсөнсө мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.

Уҡытыусы. Сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп ял итеп алайыҡ.

 

Ял минуты башҡарыу.

 

Беҙҙең Башҡортостанда ошондай бейек тауҙар,

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай шаулай урмандар,

Ошондай тәрән күлдәр,

Ошолай үҫә гөлдәр.

 

  • көньяғында урынлашҡан Бөрйән районына килеп еттек. Ниндәй мәмерйә был? Унда нимә бар икән? Әйҙәгеҙ, инеп ҡарайыҡ.

Был ни ғәләмәт? Ниндәй һүрәттәр был?

  • Уҡыусыларҙы тыңлау.
  • Уҡытыусы өҫтәлмә мәғлүмәт бирә: Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүге кешеләрҙең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.

Был беҙҙең өсөн мөғжизәме , уҡыусылар? Эйе. Шулай булғас, дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.

Уҡытыусы. Балалар , мәмерйәнең исеме һеҙгә берәй нимә тураһында һөйләмәйме? Шүлгән + таш.

  • Уҡыусылар яуап бирә: Шүлгән – ул Урал батырҙың ағаһы.

Уҡытыусы. Ә Урал батырҙы беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

  • Уҡыусылар: Башҡорт халҡының « Урал батыр» тигән бөйөк эпосы барлығы тураһында әйтәләр. Унда Урал батыр бөтә кешелектең, ер йөҙөндәге тереклектең үлемһеҙлеге өсөн көрәшә.
  • Был эпостың әһәмиәте нимәлә?

 

Уҡыусылар : «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора.

 

Тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Ул « Урал батыр» эпосы.

 

Уҡытыусы. Балалар, тылсымлы бал ҡорто һеҙгә тағыла бер бирем алып килгән. Төркөмдәр менән эшләп алайыҡ әле. Биттәргә яҙылған һүҙҙәр янына тап килгән ҡылымдар өҫтәп яҙырға.

Афарин. Арып та киттек буғай . Ергә төшәп бер аҙ ял итеп алайыҡ.(шул саҡ ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә). Уҡыусылар күҙҙәрен йомоп ҡурай моңон тыңлайҙар.

  • Ниндәй илаһи моң ағыла .Ҡайҙан сыға ул моң?

Уҡыусылар: Был – ҡурай моңо.

Уҡытыусы. Нимә ул ҡурай? Ҡарағыҙ әле, ниндәй үҫемлек үҫеп ултыра?

 

Ҡурай – сатыр сәскәләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Уның бейеклеге 120 -170 см. Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Ҡурай – ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

Уҡыусылар һеҙ уны тағы ла ҡайҙа күргәнегеҙ бар?

 

Уҡыусылар : Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.

 

Алтынсы мөғжизә - ҡурай.

Уҡытыусы.Тирә – яғыбыҙ сәскәләргә күмелгән болон. Болон буйлап атлайыҡ. Бәлки, сәскәләр араһында яталыр беҙҙең мөғжизә?(Бал ҡорттарының гөжләүе ишетелә).

Уҡыусылар, был ниндәй тауыш?

Уҡыусылар: Был бал ҡорттарының гөжләүе.

Уҡытыусы. Улар нимә эшләй? Ни өсөн сәскәләргә ҡунғандар?

Уҡыусылар: Улар сәскәләрҙән бал йыя.

Тимәк , беҙҙең етенсе мөғжизәбеҙ табылды мы инде

 

  • Эйе.
  • Нимә инде ул?
  • Башҡорт балы.

 

  • Нимә ул бал?
  • Бал үҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт .
  • Ә балды бал ҡорттары нимәнән йыя?
  • Сәскәләрҙән.
  • Ниндәй балдар була?
  • Йүкә , ҡарабойҙай, сәскә балдары.

Башҡорт балы тураһында шиғыр уҡыу:

Башҡорт ере – урман – дала,

Башҡорт балҡайы – дауа...

 

5. Ҡабатлау. Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк. Ҡабатлап үтәйек. Схема буйынса әйтеп үтеү.

 

 

6. Тәрбиәүи момент: Эйе, беҙ Аҡбуҙат ярҙамында Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә таптыҡ, улар менән яҡындан таныштыҡ. Ләкин беҙҙең иң ҙур бурысыбыҙ ҡалған бит. Ул ниндәй бурыс?

Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау һәм һығымта яһау: Иң мөһиме - беҙ Башҡортостандың мөғжизәләрен һаҡлай белергә, үҙ республикабыҙҙы һөйөргә һәм уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.

    1. Нығытыу. Уҡыусылар беҙ бөгөн күп кенә мәғлүмәттәр менән таныштыҡ, яңы һүҙҙәр үҙләштерҙек. Ә хәҙер уларҙы онотмаҫ өсөн нығытыу күнегеүҙәрҙе эшләп алайыҡ.

 

1- се күнегеү

Фигураға «башҡорт балы» ниндәй һорауына яуап биргән һүҙҙәр яҙ.

 

2- се күнегеү. Бирелгән һүҙҙәрҙән дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙө.

 

1. Урынлашҡан, районында, Янғантау, Салауат, шифаханаһы.

2. Дауалайҙар , Янғантау шифаханаһында, ауырыуҙарын, быуын.

3. Аға , тау, Ҡорғаҙаҡ, янында, йылғаһы.

 

  • Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, баһалау.
  • Уҡыусыларҙың бөгөнгө дәрестә нимә эшләүҙәре тураһында һорашыу.

8. Дәресте йомғаҡлау:

Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәт ҡылдыҡ. Юлда бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.

9. Өй эше: бөгөнгө дәрес буйынса викторина һорауҙары әҙерләп килергә.

 

Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Һау булығыҙ!